[ Предположительная тональность: G ] G D Күҙҙәр күрмәгән яҡтылыҡ Em C Үҙенә саҡыра һаман Белмәһәң дә һин юлдарын Йүгерәһең шунда табан. Дәрт дарманың сиргә батып Көстәрең бөткән саҡта Хыялың һине уятыр Хәбәр итеп үҙе хаҡта. D G Em C D Ашҡынып көткән минуттар көндәр менән бутала G Em C D Күңелдәге ел-дауылдар бер тыналыуҙан тарала Көтөп торған бар ҡайғылар мәңгелеккә юғала Яраланып бөткән уйҙар күк йөҙөнә юл ала. Ишетерһең һин көн һайын түккән тирең булды бушҡа тиеп Сорнап алһа ла ҙур ҡайғы һин уларға күрһәт бейеп. Бөтә донъя икенсе төҫ алыр ҡараһаң боролоп бер ваҡыт артыңа Барлыҡ ҡапҡалар асылыр тоғро ҡалһаң маҡсатыңа.