[ Предположительная тональность: Am ] Am Em F G 1) Бөтә халыҡ минән ҡурҡа алдаҡсы тиеп. Йәнә мейемдә шайтандар йөрөйҙәр бейеп. Ете йома бер аҙнала уйҙарым тоноҡ. Кешелекте мин йөрөйөм бер үҙем боҙоп. припев: Am F C G Сәмреғоштоң арҡаһында мин осоп барам. Бейек офоҡ араһынан ергә күҙ һалам. Дейеүҙәрҙән бөтә ерҙе мин бит ҡотҡарам. Ете диңгеҙ, аръяғына шуға ашығам. 2) Урам буйында йөрөһәм күңелем теленә. Һәр мөйөш һайын мәскәйҙәр миңә күренә. Меңҡарыш йөрөй һаҡалын ергә һөрәтеп. Бер ваҡыт булыр мы был донъяны үҙгәртеп.